top of page
O3fdDUwcSFc.jpg

Башҡортостан республикаһы Башлығы гранты буйынса эшмәкәрлек

Башҡорт телен һаҡлау, таратыу, балаларға өйрәтеү  маҡсатында балалар баҡсаһында "Тирмәкәй.ру" медиа студияһы үҙ эшен башланы.

Беҙҙең баҡсабыҙҙа балаларҙы кесе йәштән үҙенең туған телен һөйөргә, туған телендә иркен аралашырға өйрәтеү эштәрен дауам итәбеҙ. Ошо маҡсаттан эшебеҙҙе тағы ла киңәйттек. Был тапшырыуҙар айына ике тапҡыр башҡорт телендә төрлө йүнәлештәге темаларға арналды. Фәрит ҡыҙы һәм Гөлсара Салауат ҡыҙы етәкселегендә тәрбиәселәрҙең ижади төркөмө булдырылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан булдырылған Дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү Грантына эйә булдыҡ. Грантҡа ярашлы баҡсабыҙҙа Тирмәкәй медиа студияһы эшләй башланы. Был проект Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Балалар менән тәрбиәселәр ҡатнашлығында башҡорт телендәге тапшырыузарыбыҙҙы республика ғына түгел, сит өлкәләр тамашасылары ла йылы ҡабул итте.

Tulips_edited.jpg
Tulips_edited_edited.jpg
Tulips_edited.jpg
4a3a8c4cd5e7b31346d6174a2635af48.jpeg
bottom of page